Беҙ ярҙамға ашығабыҙ!

Башҡортостанда әле битлек режимы ла, 65 йәштән өлкәндар өсөн изоляция режимы ла һаҡлана. Коронавирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс. Шунлыҡтан республика ауыл- ҡалаларында 65 йәштән үткәндәргә ярҙамға волонтерҙар ашыға.

Йылайыр районында был эштаҙе «Преображенск» социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тормошҡа ашыра. Тәғәйен адресҡа аҙыҡ- түлекте алып барыр алдынан ирекмәндәр йәнә берҙе барыһын да теүәлләп сыға. 65 йәште үткәндәрҙең күптәренә кибет, дарыуханаларға сығырға ярамай. Был осраҡта волонтерҙар ярҙамға килә. «Беҙ бергә» тип аталған акция күптәр өсөн берҙән- бер ышаныс, ярҙам сығанағы. Мәҫәлән, беҙҙең социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә 200–300 өлкән йәштәгеләргә шылтыратып тора. Уларҙың һаулыҡтарын белешәләр, нидәй үтенестәре бырлығын һорайҙар. Ярҙам кәрәк булһа, өйҙәренә баралар.

Бөгөн беҙҙә 24 хеҙмәткәр һәм райондың эш менән итеү үҙәненән ебәрелгән 6 ирекмән эшләй. Эш еңелдән түгел, әммә улар бирешмәй- ярҙамға мохтаж булған һәр йортҡа ашығалар.

Ярҙам кәрәк булһа, координация үҙәгенең «ҡыҙыу линия»һына шылтырата алаһығыҙ:

Райондың ирекмәндәр үҙәге- 2- 16- 52;

Берҙәм диспетчерҙар хеҙмәте (ЕДДС)- 2- 18- 00;

«Преображенск» социаль хеҙмәтләндереү үҙәге- 2- 14- 94; 2- 18- 39;

«Беҙҙең хәстәрлек» (ЕР)- 8- 800- 201- 89- 03.

 

Й. Бураншин,

«Преображенск» социаль

хеҙмәтләндереү үҙәге директоры.

Версия для печати